ИҪКЕ БӘПЕСТӘ – ИСЕМ ТУЙЫ!!!

Иҫке Бәпес ауылында яҡташыбыҙ, танылған шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Әсәйем һабаҡтары” тип аталған яңы китабының исем туйы үтте. Нәҡ бөгөн – Башҡорт теле көнөндә уҙғарылған кисә ҙур рухиәт һәм сәнғәт байрамына әүерелде.

Шағирәнең шатлығын уртаҡлашырға республиканың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзалары, башҡорт эстрадаһы йырсылары, композиторҙар, Баймаҡ районынан яҡташтары, район мәктәптәренән башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ауылдаштары килде.

Уларҙың барыһын да Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының ижадына булған һөйөү берләштерҙе. Ҡотлау телмәре менән сығыш яһаусылар шағирәнең халыҡсан да, ябай ҙа, мәғәнәле лә шиғырҙарын һөйләне, йырсылар уның һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙарҙы яңғыратты.

Фирүзә Абдуллина китаптың исем туйын үткәреү тәҡдимен күтәреп сыҡҡан һәм ойоштороуҙа ярҙам иткән ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллинға һәм барлыҡ ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.

Тамашасылар Фирүзә апайҙың шиғырҙарын ғына тыңлап ҡалманы, ә Йәмил Һөйөндөков менән бергәләп “Әлдә һөйөү бар әле” тигән йыр башҡарыуының да шаһиты булды. Эйе, талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы шул. Беҙгә ошондай һәләтле шағирәбеҙ барлығына ғорурланырға ғына ҡала!

Кисәлә әйтелгән барлыҡ изге теләктәр бойомға ашһын! Фирүзә Дәүләтша ҡыҙына киләсәктә лә илһамланып ижад итер өсөн ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы юлдаш булһын.

Дата публикации: 15.12.2023.
Просмотры: 117