Танып белеү сәғәте “Уйлап ҡарарға кәрәк”

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Байрамға 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нигеҙ һалды. Ул башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе М. Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтерелә. Был көндә Иҫке Муса ауылы китапханаһына 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары йыйылды. Китапханасы ҡатнашыусыларға башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының фотоһүрәттәрен күрһәтте, әҫәрҙәрен иҫкә алды, «Башҡорт әҙәбиәте» тигән исем аҫтында ойошторолған китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Сарала туған тел тураһында Рәми Ғариповтың, Баязит Бикбайҙың халыҡ араһында киң билдәле шиғырҙары яңғыраны. Шулай уҡ Рәйес Түләктең балаларҙың әсә телен белмәүенә әсенеп яҙған «Яныу» поэмаһынан 7-се хат уҡылды.

Сарала ҡатнашыусылар ике командаға бүленеп, бирелгән эштәргә яуап әҙерләне: төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып – һүҙҙәр, бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөнө. Башҡортса көләмәстәр, шарадалар сараға дәрт өҫтәне.

Дата публикации: 15.12.2023.
Просмотры: 121