«ҠабаҡФест-2023»

16 Сентябрь Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Үтәгән ауылында
«Үтәгән ҡабағы» фестивале –
Ауыл мәсете эргәһендәге майҙанында байрам гөрләп үҙҙы.
Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы әллә ни ҙур булмаһа ла, билдәле шәхестәр төйәге. Был ауылдан яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Роберт Байымов, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов сыҡҡан.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт геройы Банат Батырова ла ошо ауылға кейәүгә сығып, колхозда эшләй, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙе тәүгеләрҙән булып башлай.
Халҡыбыҙҙа матур йолалалар күп беҙҙең. йылдың һәр дүрт миҙгелендә үткәрелеп, көтөп алына торғандары ла байтаҡ. Айырыуса көҙгө муллыҡ осоронда – баҫыу-ҡырҙарҙан иген амбар-келәттәргә ҡайтарылып, баҡсаларҙан уңыш йыйып алынып урынлаштырылғас үткәрелә торған йола-байрамдар элек-электән халыҡ күңеленә яҡын булған.
Үтәгән ерендә йәшелсә-емеш, шул иҫәптән ҡабаҡ бик яҡшы уңа. Ауыл хеҙмәткәрҙәренең данлыҡлы традицияларын дауам итеп һәм Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Һәр төбәктең үҙ фестивале булырға тейеш”, тигән һүҙҙәрен иҫәпкә алып Үтәгән халҡы Ҡабаҡ фестивале үткәрә бөгөн.
Бөгөн байрамыбыҙға яҡын-алыҫ араларҙан хөрмәтле ҡунаҡтар килде.
Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы Сабиров.

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары- Азамат Ансар улы Ғәлин.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданины- Йәмил Әбделәхәт улы Әбделмәнов!

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Исламов Рәсил Ғаяз улы.

Башҡортостан республикаһының 7- се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы ҡоролтайының, һайлап алынған депутаты- Ураҙғолов Тимерғәле Рәлис улы.

– ҠабаҡФест-2023 фестиваленең үҙенсәлектәре лә бар. Бөгөн иң эре һәм иң ауыр, иң үҙенсәлекле ҡабаҡтарҙы билдәләп, ҡабаҡты файҙаланып төрлө спорт уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, ҡабаҡлы аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо, һәм байрамыбыҙ ҙур көҙгө уңыш йәрминкәһе менән тамамланды.

Хөрмәтле ауылдаштар һәм саҡырылған ҡунаҡтар өсөнҠабаҡ байрамы күңҽл асыу сараһы ғына түгҽл, ә йәйгҽ эштәргә йомғаҡ яһау, мул уңыш үҫтҽрҽү сҽрҙәрҽ мҽнән уртаҡлашыу, тәжрибә алмашыу ҙа булды. Байрамыбыҙҙы биҙәп артистар үҙҙәренең йыр моңдарын бүләк итте.

Дата публикации: 19.09.2023.
Просмотры: 193