Һүҙ ҡәҙере – ҡәләм ҡөҙрәте

    26 апрелдә Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолда Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә уҙғарылған “Иң күп китап уҡыусы ауыл” республика бәйгеһенең “Һүҙ ҡәҙере – ҡәләм ҡөҙрәте” тип аталған йомғаҡлау кисәһе үтте. Унда “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, поэт, журналист Мөнир Ҡунафин, яҙыусыларҙан Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәров, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Ғәли Хисамов һәм Башҡортостандың Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Әбйәлил, Әлшәй, Мәләүез, Көйөргәҙе, Хәйбулла һәм башҡа тарафтарҙан килгән алтмыштан ашыу бәйге еңеүселәре ҡатнашты.
Сара бик фәһемле һәм йөкмәткеле булды. Төшкә тиклем “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре Ейәнсура башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты, асыҡ дәрестәр бирҙе. Ә төрлө райондан килгән китапханасылар һәм “Ағиҙел”де яҙҙырыуҙы әүҙем ойоштороусылар райондың үҙәк китапханаһында осрашып фекер алышты. Был саранан беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Эльмира Рафиҡова бәйгелә ҡатнашып, “Иң шәп китапханасы”, ә Ҡырмыҫҡалы ауылынан Әхмәтсафа Әхмәтов “Иң әүҙем китап уҡыусы” номинацияларында еңеү яулап, Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнделәр.

Дата публикации: 2.05.2023.
Просмотры: 130