Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

20 апрелдә Иҫке Муса ауыл китапханаһында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙылар. Халыҡ-ара акцияның маҡсаты – башҡорт телен киң йәйелдереү, уны өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырыу. Ҡатнашыусылар теләге менән башланғыс кимәл өсөн тәғәйенләнгәнен дә, үҙ телебеҙҙә иркен аралашҡандар өсөн билдәләнгән тексты ла яҙҙы. Диктант текстары быйылғы йыл темаларына ауаздаш итеп һайланған. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәргә, Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап, “Уҡытыусы булыу тәбиғәттән бирелә” тигән текст тәҡдим ителде. Ә инде телде яҡшы белеүселәр Рауил Бикбаевтың “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тигән диктант тексын яҙҙы.

    Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең эстәлеге бай йөкмәткеле, диктантты яҙҙырыусыларҙың тауышы матур, тыныс һәм көр. Был халыҡ-ара акцияла ҡатнашыусылар бик ҡәнәғәт булып, күтәренке кәйеф менән таралышты. Киләһе йылдарҙа акцияға йәштәрҙе, мәктәп балаларын йәлеп итеү үҙмаҡсатыбыҙ булырға тейеш.

Дата публикации: 27.04.2023.
Просмотры: 123