Милли кейем көнө

Бөгөн Иҫке Бәпес урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Иҫке Бәпес моделле китапханаһы һәм Иҫке Бәпес күп функциялы клубы менән берлектә милли кейем көнөнә арналған бик матур сара уҙҙы.

Алып барыусылар байрам менән ҡотлағас, Хәсәнова Нурсилә “Тыуған ерем ” йырын башҡарып тамашасыларҙың алҡыштарын яуланы.

6 класс ҡыҙҙары ҡушъяулыҡ, артлы ҡалпаҡ, уҡа ҡалпаҡ, ҡашмау, түңәрәкшәл тураһында матур шиғырҙар һөйләп ишеттергәндән һуң “Шәл бәйләнем” йырын башҡарып, бейеп тә күрһәттеләр. Уларҙан һуң малайҙар түбәтәй, суҡлы түбәтәй, ҡолаҡсын, ҡамсат бүрек тураһында һөйләп үттеләр. Байрам залын “Толпар” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле көйҙәре биҙәп ебәрҙе. Йөкмәткеле сығыштары менән ағинәйҙәр уҡыусыларға башҡорт милли кейеменең серҙәрен асып бирҙеләр, үҙҙәре эшләгән ҡашмауҙар, түшелдеректәр, традицион күлдәктәр тураһында һөйләп үттеләр. “Бөрлөгән” фольклор ансамбле башҡарыуындағы таҡмаҡтар барыһына ла хуш килде. Үҙенең иҫ киткес матур, йөкмәткеле шиғырҙары менән кисәне Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы тағы ла нығыраҡ байытып, күркәмләп ебәрҙе. Сара “Шаян ҡыҙҙар” ансамбле башҡарыуында “Гөлкәйем” бейеүе менән тамамланды.

Дата публикации: 20.04.2023.
Просмотры: 108