«Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны, (18+)

14 февралдә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Иҫке Муса ауыл клубы менән берлектә «Алтын тирмә» уйыны үтте. Унда мусалылар һәм Күлләр ауылынан саҡырылған ҡунаҡтар командалары ҡатнашты. Уйынға сығарылған һорауҙар, әлбиттә, Башҡортостан һәм районға ҡағылышлы ине. Әҙәбиәт, Сәнғәт, География, Тарих йүнәлешендәге һорауҙар ҡыҙыҡлы форматта бирелде. Командалар шулай уҡ бер-береһенә һорауҙар ҙа әҙерләгәйне. Уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
Ҡунаҡтар китапхана янында эшләп килгән көршәк эшләү оҫтаханаһын да ҡараны, балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр менән танышты һәм оҫтаханаға килергә теләк белдерҙе.

Информация на сайте «МАУК Кармаскалинская ЦБС»: http://karm-cbs.ru/news/anonsItem/3866

ВК: https://vk.com/wall-204229361_1638

Телеграм: https://t.me/karm_cbs/1761

 

Дата публикации: 16.02.2023.
Просмотры: 98