«Әсәм теле -минең телем»

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған тыуған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һәр башҡорт үҙ туған телен белергә тейеш, сөнки ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе. «Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғәиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.

Олокүл ауылының моделле китапханаһында республикала сыҡҡан журнал-газеттарҙан торған күргәҙмә ойошторолдо. Китап һөйөүселәрҙең барыһын да ҡунаҡҡа көтәбеҙ.

Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!

Дата публикации: 15.12.2022.
Просмотры: 124