Тематик сәғәт “Мәңге йәшә, башҡорт теле!”

14 декабрь Башҡорт теле көнөндә Иҫке Муса ауыл китапханаһына 2-се класс уҡыусылары саҡырылды. Китапханасы сарала ҡатнашыусы балаларҙы башҡорт телендәге төрлө китаптарҙан торған күргәҙмә менән таныштырҙы. Унда Рәми Ғариповтың, Зәйнәп Биишеваның туған тел тураһындағы шиғырҙары, башҡорт исемдәре китабы һәм башҡа документтар урын алды. Балалар башҡорт телен һаҡлау, яҡлау маҡсатында яңы булдырылған байрам, мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында мәғлүмәт алды, Зөһрә Үтәғолованың – “Әсәм теле”, Фәүзиә Рәхимғолованың ” Аҡмулла” шиғырҙары менән танышты. Башҡорт телендә сыҡҡан “Аҡбуҙат” республика балалар журналындағы сканвордтарҙы сисеү, омонимдар менән эш төркөмләп алып барылды. Шулай уҡ, балалар башҡортса бәләкәй китаптарҙы ҡараны һәм өйгә уҡырға алды.

Дата публикации: 15.12.2022.
Просмотры: 130