Беҙҙә ҡунаҡта Иҫке Бәпес “Йәйғор” балалар баҡсаһы

Иҫке Бәпес ауылының моделле китапханаһында ҡунаҡта Иҫке Бәпес “Йәйғор” балалар баҡсаһы булды. Китапханасылар балаларға яңы йыл яҡынлашып килеүе, ҡыш бабайҙың “юлға сығыуы” тураһында, ҡыш миҙгеленең матурлыҡтары, ҡар бөртөктәренең нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләнеләр. Балалар тырышып Ҡыш бабайға һүрәттәр төшөрҙөләр. Ә инде Ҡыш бабай тураһында йәнһүрәт балаларға бигерәк тә оҡшаны.

Дата публикации: 13.12.2022.
Просмотры: 90