Хәниә Фәрхи исемендәге “Онотолор тимә” тигән 1 Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтте

         30 майҙа Тәтешле районында башкорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың Хәниә Фәрхи исемендәге “Онотолор тимә”  тигән 1 Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтте. Был йыр бәйгеһе Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының халыҡ  артисткаһы, Рәсәй  эстрада йырсыһы, артисткаһы һәм композиторы  Хәниә Фәрхиҙең  һәйкәлен тантаналы  асыу сараһы менән башланды. Моңдан  ҡойолған был һәйкәл барлыҡ бәйгеселәрҙе мәҙәниәт һарайына саҡырҙы.  “Онотолор  тимә” тигән  1 Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Ҡырмыҫҡалы  ауылынан Ғәлимә Ғатаулла улы  Тимергазина ҡатнашты. Бәйгеселәр бик күп һәм көслө булды: профессиональ һәм һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашты. Ғәлимә Тимергазина “Арча” йырын  бик оҫта  башҡарып,  жюри тарафынан “Милли  моң”  номинацияһына  лайыҡ  булды!

        Ғәлимә Ғатаулла  ҡыҙы! Һеҙҙе уңыштарығыҙ  менән  ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!  

Дата публикации: 31.05.2022.
Просмотры: 171