“Күрешеп – белешеп йәшәйек!” – күңелле тамаша

          Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы халыҡ театры “Сатҡылар”  Атъетәр  ауылында  “Күрешеп – белешеп  йәшәйек!”  тигән  күңелле  тамаша  менән  сығыш  яһаны. Был  үҙенсәлекле тамаша Ҡырмыҫҡалы халыҡ театры «Сатҡылар”ҙың  50 –  йыллыҡ юбилейына арналды.

          Театр!  Уның  мауыҡтырғыс  уттары  әллә  ҡайҙан  балҡып,  асыҡ  ишектәре  күңелдәрҙе  ымһындырып  тора. Атъетәр  ауыл  халҡы “Сатҡылар” театрыбыҙҙың 50 йылдан артыҡ тарихы менән танышты.

         Театрыбыҙҙың    йөҙөн  юғары зауыҡлы, тәрән  йөкмәткеле  спектаклдәр  биҙәй:   Әминев  “Умырҙая”,   Фәнил  Әсәнов  “Киң  урамдар  тар  ине”,  Әнғәм Атнабаев  “Законлы  никах  менән”, Нәки  Иҫәнбәт  «Райхан»,  Роберт Батулла «Кисер  мине, әсәй», Николай  Сидоров “Димләү”,   Назар  Нәжми  “Гармунсы  дуҫ”,  Кәрим  Аҡбашев  «Йәшлегем  тирәктәре», Мөкәрәмә  Садыйкова “Һауалағы  торна”,  Шамил  Рәхмәтуллин  “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр…”,  Туфан  Миңнуллин  «Әсәйҙәр  һәм  бәпәйҙәр»,  Флорит  Бүләков  “Бәлеш”,   Хәкимйән  Зарипов  “Их,  кәләше  лә,  кәләше!..”, Ибраһим Абдуллин “Тиле йәшлек”, Әнғәм Атнабаев “Игеҙәктәр”   һәм  башҡалар.

          Театр артистары төрлө йылдарҙа ҡуйылған  спектаклдәрҙән өҙөктәрҙе  тамашасылар ихтибарына тәҡдим итте.

           Венера Ниғмәтуллина, Дамир Ишембаев, Диана Канбекова, Мария Михееваларҙы йырҙары күңелле тамашаға йәм генә өҫтәне. Нәркәс Халитова  театралаштырылған  кисәне бик матур алып барҙы.

Дата публикации: 13.05.2022.
Просмотры: 227