День национального костюма.

Милли кейем – һәр халыҡтың мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө.  Ул ябай кейем генә түгел, ә бөтөн бер милләт һәм айырым кеше тураһында һөйләүсе оло тарих. Милли костюм – һәр халыҡтың һыҙатын, мәҙәниәтен, тарихын билдәләгән төп атрибуттарҙың береһе, халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.

Балаларҙы халыҡ мәҙәниәтенә йәлеп итеү, уларҙа төрлө милләттәр мәҙәниәтен үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн “Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы” муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы белгестәре 2-се һанлы мәктәптең 3-сө “Б” класы уҡыусыларына (класс етәксеһе Г.Р.Әхтәмова) башҡорт милли кейеме элементтары, башҡорт ҡурсаҡтары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡурсаҡтарға нисек итеп милли кейемдәр тегеү тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрелде. Шулай уҡ уҡыусылар был осрашыуҙа ҡурсаҡтар менән эшләү алымдары тураһында күп нәмә белде һәм үҙҙәре лә ҡурсаҡ театры артистары ролен башҡарып ҡараны.

13 апрелдә  “Сатҡылар” халыҡ театры  артистары Боҙаяҙ  ауылында “Күрешеп-белешеп йәшәйек” тигән күңелле тамаша менән сығыш яһаны. Спектаклдән өҙөктәр милли  кейемдәрҙә  башҡарылды. Ауыл халҡы тамашанан бик ҡәнәғәт ҡалды.

15 апрелдә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, милли кейем көнө сиктәрендә районыбыҙҙың  ижади  коллективтары Архангель ауылында “Бейеп  күңел асабыҙ” тигән ҙур байрам концерты менән сығыш яһаны. Унда районыбыҙҙың  иң  яҡшы  бейеү  коллективтары – Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижадынын  атҡаҙанған бейеү коллективы, “Далан” Өлгөлө хореографик ансамбле (етәкселәре Альбина һәм Артур Юлыевтар) һәм “Йондоҙ” Өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Гөлназ Хәкимова) тамашасыларҙы үҙҙәренең иң  сағыу  бейеүҙәре  менән ҡыуандырҙы, ә талантлы йырсыларыбыҙ моңло һәм дәртле йырҙарын бүләк итте.

15 апрелдә “Сатҡылар” халыҡ театры Ҡарлыман ауылы урта мәктәбендә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында ҡунаҡта булды.

 

Национальный костюм — неотъемлемая часть культуры любого народа. Это не просто одежда, а большая история, которая может поведать о целом народе и отдельном человеке.

С целью приобщения детей к истокам народной культуры, развития интереса к культуре разных народов, специалисты МАУК «Кармаскалинская ЦКС» провели мастер-класс по изготовлению элементов башкирского костюма, башкирских кукол среди учащихся 3 класса МОБУ СОШ №2 с.Кармаскалы, где рассказали как прошивают национальные костюмы для кукол. Ребята узнали о методах работы с куклами, т.е кукловождение, также им предоставилась возможность самим побыть артистами и поиграть с куклами.

13 апреля артисты народного театра “Сатҡылар” с театрализованной программой выступили перед населением села Бузовьязы. Отрывки из спктаклей исполнились в башкирских национальных костюмах.

15 апреля, артисты художественной самодеятельности Кармаскалинского района провели выездной праздничный концерт «В танце открываем сердца» в с.Архангельское, в рамках Года культурного наследия народов России, а также в рамках Дня национального костюма.

Лучшие танцевальные коллективы района – Заслуженный коллектив народного творчества Республики Башкортостан, Образцовый хореографический ансамбль «Далан» (рук. Альбина и Артур Юлыевы) и Образцовый ансамбль народного танца «Йондоз» (рук. Гульназ Хакимова) порадовали зрителей своими яркими и оригинальными номерами. Талантливые вокалисты исполняли красивые и зажигательные песни.

Дата публикации: 18.04.2022.
Просмотры: 192