Милли костюм көнө. “Аманат” журналы беҙҙә ҡунаҡта.

Башҡортостанда йылына ике тапҡыр, апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында, милли кейем көнө билдәләнә. Ошо сараны үткәреү сиктәрендә республикабыҙҙың балалар һәм үҫмерҙәр журналы “Аманат” редакцияһың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов, яуаплы сәркәтип Зөбәржәт Яҡупова, мәктәптәр һәм мағариф бүлеге мөхәррире Сәлимә Ҡыуатова, йәш йырсы, ҡурайсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, “Аманаттың ” яҡын дуҫы Рифат Йәмлихин, Иҫке Бәпес урта мәктәбендә уҡыусылар менән осрашыуҙа булдылар.

Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубының “Бөрлөгән” фольклор төркөмө, ҡурайсылар төркөмө сығыштары, Гөлнур Мирғәли ҡыҙы Шаймарданованың милли кейемдәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр тураһында ентекләп һөйләүе кисәгә күркәмлек өҫтәне. Йәш йырсы Рифат Йәмлихиндың уйындар һәм дәртле йырҙарҙан торған күңел асыу программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм зауыҡтырғыс тамашаға әйләнде. Дәртле һәм күңелле кисәлә бик әүҙем ҡатнашыусыларға иҫтәлеккә китаптар һәм журналдар тапшырылды.

Дата публикации: 18.04.2022.
Просмотры: 152