В Старобабичевском СМФК прошел сбор “Агинәйҙәр”.

Бөгөн  мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр йыйыны булып үтте.  Йыйынға республика, район ағинәйҙәр ойошмалары  етәкселәре Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Самиҡова,  II Халыҡ – ара башҡорт милли кейем тегеү оҫталары конкурсы “Тамға” лауреаты Бишауыл Уңғар ауылынан Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова, Иҫке Бәпес, Алайғыр, Яңы Бишауыл ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты.

Иҫке Бәпес ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Абдуллина Ғ.М. эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны. Иҫке Бәпес биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улының,  Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының әңгәмәләре фәһемле һәм йәнле үтте.  Гүзәл Әхмәт ҡыҙы йомран -табын ырыуына хас булған  башҡорт милли кейемдәрен  һәм биҙәүестәрен эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Йыйындан һәр кем үҙенә киләсәккә фәһемле кәңәштәр, яңы маҡсаттар алды.

Йыйында “Бөрлөгән” (ағинәйҙәр) фольклор төркөмө башҡарыуында мөнәжәт, йырҙар, танылған шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның, мәғәриф уҙаманы Мәрүәр Ишмуратованың шиғырҙары йыйынға тағыла йәм өҫтәне.

       8 апреля в Старобабичевском СМФК прошел сбор Агинәйҙәр. На сбор приехали руководители республиканской и районной организации Ағинәйҙәр Янбаева Г.Г., Самикова Ф.Г., лауреат конкурса мастеров по пошиву башкирского национального костюма “Тамға” – Искандарова Г.А., глава СП Старобабичевский сельсовет Гайфуллин А.М., представители деревень Алайгирово, Новый Бишаул,
Старобабичево.
         Руководитель организации “Ағинәйҙәр” д. Старобабичево Абдуллина Г.М. выступила с отчетом о проделанной работе.
         Выступления Гульфии Гараевны и Азамата Мусаевича были познавательны и поучительны.
Гузель Ахметовна поделилась опытом по правильному изготовлению национальных башкирских украшений – ҡашмау, һаҡал, хәситә.
        Каждый участник от сбора взял для себя разумные советы и планы на будущее.
       Музыкальные выступления фольклорного коллектива “Бөрлөгән” (Ағинәйҙәр) частушками, мунажатами, стихи знаменитой поэтессы Фирузы Абдуллиной, ветерана труда Марвар Ишмуратовой ещё раз украсило мероприятие.

Дата публикации: 12.04.2022.
Просмотры: 327