“Илаһи көс – шиғриәт”

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Шиғриәт көнө уңайынан Иҫке Муса ауыл китапханаһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге битендә билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадына арналған «Илаһи көс – шиғриәт» исемле мәғлүмәт урын алды. Унда шағирәнең ижадына бәләкәй генә байҡау яһалды. Шулай уҡ «Бәхетлеләр шиғыр яҙмай…», «Әгәр йәшәү бәхет булһын, тиһәң…» тигән ике шиғыры һәм Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә Салауат Низаметдинов ижад иткән «Ялан сәскәләре» йыры ҡуйылды.

«Әҙәбиәт, йыр һөйөүселәргә исеме яҡшы таныш шағирәнең әҫәрҙәре йөрәгенең дәртле тибеше, рухының саф һулышы, яңы өмөттәр булып уҡыусылар күңеленә юл ала. Шиғырҙары берсә әсә наҙы булып йәндәргә яғыла, берсә иҫерткес мөхәббәт хистәренә сорнап, күктәргә сөйә йә нәфрәт ялҡынында көйҙөрә. Ә ил, выждан, намыҫ, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы фәлсәфәүи темаға яҙылған шиғырҙары күңелдә ҡойондар уйнатып, сәм-ғәм өҫтәй.

Дата публикации: 25.03.2022.
Просмотры: 559