“Яҙҙар матур гүзәл заттар менән” конкурс –кисә

8 Март халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар байрамы уңайынан Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда “Яҙҙар матур гүзәл заттар менән!” тип аталған  конкурс – кисә үткәрелде.

       Кисәгә Абдулла ауылы ҡатын – ҡыҙҙарының “Ауыл ҡыҙҙары” һәм Иҫке Бәпес ауылынының “Тамсылар” командалары үҙҙәренең отҡорлоҡтарын, уңғанлыҡтарын, зирәклектәрен, оҫталыҡтарын, йыр – бейеүгә булған һәләттәрен күрһәттеләр.

        Конкурстың һөҙөмтәләрен баһалама ағзалары баһаланы. Һөҙөмтәләр буйынса көсөргәнешле ярыштан һуң дуҫлыҡ еңде.

        Йырсылар Хафиза Галина, Алмаз Шаймарҙанов. Илдар Хәсәнов, Гөләйшә Мифтахова, Фәүриә Әбүталипова, Гүзәл Ғәлиева, Гүзәл Галиуллинаның моңло йырҙары, шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары, бейеүсебеҙ Гөлнур Шаймарҙанованың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре кисәне тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.

Дата публикации: 9.03.2022.
Просмотры: 143