“Ярһыу тәбиғәтле шағир”, (18+)

Шағир Рафаэль Сафиндың тыуыуына 90 йыл. Иҫке Муса ауылы китапханаһының китап уҡыусылары Рафаэль Сафиндың бер нисә шиғырын тәҡдим итә: https://vk.com/video483357288_456239287, https://vk.com/video483357288_456239288, https://vk.com/video483357288_456239289.

Үҙенә ҡорҙаш ҡәләмдәштәре менән сағыштырып ҡарағанда, Рафаэль Сафин – ярһыуыраҡ тәбиғәтле шағир. Уның поэзияһы, нисек кенә нурҙан һәм моңдан туҡылған һымаҡ тойолмаһын, заманаларға хас шаулы, даулы, ара-тирә набатҡа тартым яңғырауыҡлы ижад ул. Үҙенсә бер тынғыһыҙлыҡ, борсоу, ярһыулыҡ хас уға. “Йөрәгем тик тынғы белмәһен, тик ғәмһеҙ булмаһын” тигән автор үҙе лә быны: “Һәр төрлө ялған, ялағайлыҡ менән килешеп кенә йәшәү түгел, көрәшеп, йәшәү – тормошомдоң ысын мәғәнәһе”, – тип әйтер булған.

Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы (16 февраль 1932 йыл – 22 декабрь 2002 йыл) — башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1974—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйес урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
Рафаэль Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында тыуған. Тәбиғәттән бирелгән һәләт нигеҙендә бала сағынан гармунда уйнарға өйрәнә, шуға ла 1947 йылда, үҙ ауылдарындағы тулы булмаған урта мәктәпте бөтөргәс, Өфөгә килә. Баш ҡаланың 9-сы интернат-мәктәбен тамамлағас, музыка училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡырға инә. Бер үк ваҡытта тағы ла әҙәби ижадҡа маһир булған һәм үҙенең тәүге шиғырҙарын 1950 йылдан республика гәзиттәрендә баҫтырған егет Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы юлланмаһы менән 1952—1956 йылдарҙа Мәскәүҙә, СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.
Йәш әҙип хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында башлай, артабан 1957—1961 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. 1962 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы органы булған «Ағиҙел» журналы редакцияһына саҡырыла, был баҫмала 1973 йылға тиклем шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 1974—1983 йылдарҙа Рафаэль Сафин Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең ижад эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бынан һуңғы йылдарҙа башлыса әҙәби ижад менән шөғөлләнә, 90-сы йылдарҙа бер ни тиклем ваҡыт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары булып эшләп ала. Рафаэль Әхмәтсафа улы 2002 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Тәүге шиғырҙарын республика гәзиттәренә уҙған ХХ быуаттың 50-се йылдары башында тәҡдим иткән Рафаэль Сафиндың шул осорҙағы ижад емештәренең иң уңышлыларын бергә туплап, Башҡортостан китап нәшриәте 1956 йылда уның «Тормош ҡушыуы» тип аталған беренсе йыйынтығын баҫып сығара. Ул шиғриәт һөйөүселәр тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Йәш әҙиптең, быға тиклем ваҡытлы матбуғатта донъя күреп, тәнҡитселәрҙең ныҡлы иғтибарын йәлеп иткән поэмаһының, китапҡа исем биреп, унда лайыҡлы урын алыуы бик отошло була һәм башҡорт әҙәбиәтенә үҙенсәлекле шағирҙың аяҡ баҫыуын иғлан итә. Артабан башҡорт һәм рус телдәрендә 17 китап сығара. Ул драматургия өлкәһендә лә актив эшләй. Башҡортостан театрҙары сәхнәһендә уның «Йәнбикә» (1970), «Тилекәй» (1975), «Ғәзизәкәй балдыҙ» (1979) тигән драмалары уңыш яулай.

Дата публикации: 22.02.2022.
Просмотры: 168