Час поэзии «Йырҙарыма ҡайтам», (12+)

 11 февралдә Иҫке Муса ауыл китапханаһында халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан шиғриәт сәғәте үтте. Сарала ҡатнашыусылар шағирҙың биографияһы, уның киң билдәле әҫәрҙәре һәм шағирҙың ни сәбәптән үҙ ваҡытында эҙәрлекләүгә дусар булыуы хаҡында тураһында һөйләште. Сарала уның эстәлекле “Кеше”, “Бәхет”, “Әсәйем ҡулдары” шиғырҙары һәм “Табыныу” поэмаһынан өҙөк, Рәми Ғариповтың шиғырына яҙылған “Ғүмер” йыры Рамазан Йәнбәков башҡарыуында яңғыраны. Ҡатнашыусыларға шулай уҡ “Уның йөрәге шулай йырланы” исемле республика флешмобында ҡатнашҡан Хәбибуллина Нурия, Абдрахманова Нәфисә, Хөсәйенова Раушания һәм Мөхәмәтйәрова Миләүшәнең яҙмалары тәҡдим ителде.

Дата публикации: 16.02.2022.
Просмотры: 184