“Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы”

Бишаул-Уңғар ауылы клубында “Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы” тип аталған мендэр байрамы үтте.

Байрамдың төп ҡунаҡтары – ауылдың уңған ҡаҙ үҫтереү оҫталары Ғәйшә Мофазал ҡыҙы Искәндәрова, Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова, Әнүзә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Әхмәҙиева булды. Сара барышында халҡыбыҙҙа мендәрҙе нисек һәм ҡайҙарҙа ҡулланғандар, нисек дөрөҫ итеп әҙерләгәндәр һорауҙарына асыҡлыҡ индерҙеләр оло инәйҙәр. Байрам йыр-моңға ла бай булды һәм бик күңелле үтте.

Дата публикации: 26.01.2022.
Просмотры: 232