«Яҡтылыҡ йырсыһы»

Иҫке Муса ауыл китапханаһы мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы һәм Башҡорт теле көнө уңайынан «Аҡмулла нәсихәттәре» республика флешмобына ҡушылды. Китапхана тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Абдрахманова Нәфисә Рамаҙан ҡыҙы тәрбиәүи йәһәттән ейән-ейәнсәрҙәренә Аҡмулланың «Аҡыл» шиғырын уҡыны. Мөхәмәтйәрова Наталья Александровна үҙенең күңел торошона яҡын «Яҙ» шиғырын рус телендә уҡып ишеттерҙе.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлиәхмәтова Илмира Әнүәр ҡыҙы «Туған телемдең көсө һәм матурлығы» әҙәби-музыкаль флешмоб сиктәрендә М. Аҡмулланың бөгөнгө көнгә лә ауаздаш булған «Ҡәнәғәт» шиғырына туҡталды.

Дөйөм белем биреү мәктәбе менән берлектә 4-се һәм 7-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында «Яҡтылыҡ йырсыһы» исемле танышыу сәғәте үтте. Унда М. Аҡмулла тураһында презентация күрһәтелде, алып барыусылар һәм балалар әҙиптең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

 

Дата публикации: 16.12.2021.
Просмотры: 162