Ҡуҙ өҫтәүселәр булып ҡалайыҡ…

Бишаулуңғар ауылында йәшәүсе Динә Ғәббәс ҡыҙы Мулкаманова ауыр яҙмышына буйһоноп, һәүетемсә йәшәп, көн күрә. Күреү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм булғас, шаңҡып ҡала. Был ҡот осҡос хәлде күңеле менән ҡабул итә алмай аҙаплана, ҡаушап ҡала. Ләкин көслө рухлы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тоҡомонан булған Динә Ғәббәс ҡыҙы артабан йәшәргә үҙендә көс таба. “Бирешмә Динә, мин бит тере әле, бүтән ағзаларым иҫән-һау, бирешмә Динә” тип үҙенә маҡсат ҡуя. Югереп йөрөп кенә донъя көтөп ятҡан еренән ошондай тормош яҙмышына дусар булыуы аяныс. Заманында ауыл клубында ойошторолған фольклор, халыҡ инструменттары, театр, йыр, ҡумыҙ төркөмдәрендә әүҙем ҡатнашып йөрөнө. Һәм әле лә шиғырҙар яҙа, шиғырҙарына көйҙәр һалып йырҙар тыуҙыра. Ә беҙ уның бай эстәлекле йырҙарын, шиғырҙарын тыңлап кинәнес кисерәбеҙ. Уның тыуҙырған йырҙарын район сәхнәләрендә лә ишетәбеҙ. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында Ю.Моратов исеменә асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды Динә апай. Артабан да сәләмәт булып, шиғырҙары, йырҙары тыуып торһон. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, күршеләре, яҡындары, дуҫтары, балалары усаҡты һүндермәҫкә ҡуҙ өҫтәүселәр булып ҡалайыҡ.

 

Дата публикации: 6.12.2021.
Просмотры: 290