“Яҡты эҙ ҡалдырып”

Бишауыл-Уңғар ауылының мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, танылған яҙыусы, үткер публицист, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты Рәшит Низамовтың “Яҡты эҙ ҡалдырып” тип исемләнгән хәтер кисәһен үткәрҙек. Сараның төп ҡунағы – Рәшит ағайҙың ике туған һеңлеһе Әнисә апай Ҡаһарманова яҙыусының бала сағы, үҫмер йылдары хаҡында һөйләне.

Рәшит Зыяфетдин улының коллегаһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың яҙыусылар, журналистар союзы ағзаһы, М.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Рим Риф улы Исхаков уның биографияһы, ижад юлына байҡау яһаны.

Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Филарит ҡыҙы Исхаҡова мәктәп музейенда яҙыусыға арналған мөйөш булдырыуы тураһында һөйләне. Йыл дауамында мәктәптә күренекле яҡташыбыҙға арналған саралар үткәрелеп тороуы тураһында әйтеп үтте.
Бишауыл-Уңғар ауыл клубында ойошторолған “Илһам” әҙәбиәт түңәрәге ағзалары Салиха апай Султангилдина һәм Райхана Заһиҙуллиналар яҙыусыға арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып, кисәгә йәм өҫтәнеләр.

Ауылыбыҙҙың Ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары хәтер кисәһенән һуң сәй табыны әҙерләп, әрүәхтең рухын хөрмәт итеп аяттар уҡытыуҙы үҙ өҫтәренә алдылар. Сараның иғәнәсеһе Гөлсәсәк Зәки ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Артабанғы эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Ә инде киләсәккә пландар ҙур. Беҙ, ауылдаштарыбыҙ, киләсәктә күренекле яҡташыбыҙға бәрәй бәләкәй генә булһа ла йорт музейе булдырыу теләге менән янып йәшәйбеҙ…

Дата публикации: 24.11.2021.
Просмотры: 324