Ко дню отца

Члены кружка «Соты» Старобабичевской модельной сельской библиотеки написали стихи, посвященные папам.

Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы байрам булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы: илдә Атайҙар көнө билдәләнә. Ул һәр йыл, октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе уҙғарыласаҡ. Быйыл АТАЙҘАР көнө 17-һенә тура килә. Хөрмәтле атайҙар! Һеҙҙе атайҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!

АТАЙҘАРҘЫҢ ҘУР БАЙРАМЫ

Атайымды ныҡ яратам,

Минең атайым уңған!

Тырышып бүләк әҙерләйем

Беренсе байрам булған.

Көндәр буйы баҫыуҙарҙа

Тырышып иген үҫтерә.

Уға таянып йәшәйбеҙ,

Ул беҙгә гел көс бирә!

АТАЙЫМ

Көн дә иртән атайым,

Мине яратып уята.

Дәрес бөткәс мәктәптән

Машина менән алып ҡайта.

АТАЙЫМ-БЕР ГЕНӘ!

Минең атайым бер генә,

Ҡәҙерен беләм гел генә.

Сәстәремдән наҙлап һыйпай,

Атаҡайым бер генә!

АТАЙЫМА-БҮЛӘК

Бөгөн атайҙар көнө,

Ҙур бүләк әҙерләнем.

Ишектән килеп кергәс тә,

Уға бүләгем бирҙем.

АТАЙЫМА

Машина, тракторҙа

Атайым йөрөй.

Иген сәсеп ул үҫтерә,

Өйҙө лә матур төҙөй.

Дата публикации: 21.10.2021.
Просмотры: 164