Автоклуб эшен дауам итә

Район мәҙәниәт һарайының һәүәҫкәр артистары үҙҙәренең йырлы-моңло концерт программаһы менән бәләкәй ауыл халҡын ҡыуандырыуҙы дауам итә.

Кисә концерт бригадаһы “Моңдар ҡайтһын ауылға” тигән программа менән Мырҙа һәм Төбәк Таҙлар ауылдарында булдылар. Тамашасылар өсөн был көндө “Сатҡылар” халыҡ театры артистары төрлө спектаклдәрҙән ҡыҙыҡлы өҙөктәр күрһәтте. Йырсылар Салауат Әйүпов, Дамир Ишембаев үҙҙәренең моңло күстәнәстәрен бүләк итте. Шулай уҡ район артистары ауыл халҡы өсөн төрлө уйындар ойошторҙо. Тамашасылар тиҙәйткестәр әйтеп, йомаҡтарға яуап табып, бүләктәр алып шатланды. Автоклубта ойошторолған сараға халыҡ ҙур теләк менән йөрөй, һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмә, хатта, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән тамашасылар ҙа ситтә ҡалмай. 

Автоклуб үҙ эшен дауам итә. Тиҙҙән район артистары башҡа ауылдарға ла сәйәхәтен дауам итәсәк.

 

 

Дата публикации: 15.09.2021.
Просмотры: 165