Байрам гөрләп үтте

21 августа башҡорт мəғрифəтсе‑шағиры, тəржемəсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 180 йыл. Ошо уңайҙан бөйөк мәғрифәтсенең тыуған ауылы Ибраһимда юбилей сараһы уҙҙы.
Байрамға Өфө ҡалаһынан бик күп ҡунаҡтар килде, бер нисә яҡташыбыҙға М.Өмөтбаев исемендәге премия тапшырылды.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, райондың һәүәҫкәр артистары йәмле концерт программаһы тәҡдим итте.
Салауат Әйүпов, Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Фәрит Яҡшығолов, Наҙгөл Ибраһимова, Азамат Исхаҡов, “Йәш йөрәктәр” (етәксеһе Ф.Яҡшығолов), “Йәшлегем моңдары” (етәксеһе Дилара Мөхәмәтгәрәева) вокаль ансамблдәре, Раил Ғилманов үҙҙәренең моңло йырҙары менән ҡыуандырҙы. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Фәйез Хәйретдинов һәм Имза Биктимеров кисәне ҡурай моңдары менән биҙәне. Рим Исхаҡов М.Өмөтбаев ролен оҫта башҡарҙы. Байрам ҡунаҡтары ла йырлы-моңло күстәнәстәр алып килгән. Ибраһим ауылында йәшәүсе Сажиҙә Әхмәҙиева үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡып, бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Халыҡ йырҙарына, ҡурай моңона, шиғриәт минуттарына һәм тарихи мәғлүмәттәргә
бай булған М.Өмөтбаевтың хәтер кисәһе ҡунаҡтарҙың һәм тамашасыларҙың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалыр.

Дата публикации: 23.08.2021.
Просмотры: 337