Сәхнәлә – “Игеҙәктәр”

Сахай ауылы мәҙәниәт йортонда Район мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театры Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр – илгәҙәктәр”  ике актлы комедияһын күрһәтте.  Спектаклдең режиссер-ҡуйыусыһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Низамова. Ролдәрҙе Нәргизә Закирова, Светлана Әхмәҙиева, Салауат Әйүпов, Рафаэль Диваев, Дамир Ишембаев, Илдар Хәсәнов, Илшат Ибраһимов, Айгөл Ҡәйепҡолова, Флүрә Низамова, Мәҙинә Усманова башҡарҙы. Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Денис Исхаҡов. Сәхнә биҙәлеше өсөн яуаплы – Фаил Ғәбитов. 

Сахай ауылы халҡы комедияны бик оҡшатты, рәхәтләнеп ял итте, көлдө, артистарҙың сығышын дәррәү алҡыштарға күмде һәм үҙҙәренең рәхмәттәрен белдерҙе. 

– Әнғәм Атнабаевтың был комедияһын бик күп театрҙар сәхнәләштерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҙә был спектаклде ҡуйырға батырсылыҡ иттек. Нисек килеп сыҡҡанын тамашысыларыбыҙ үҙҙәре баһалар. “Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала.Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә – исеменән үк күренгәнсә ике игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һүрәтләнә. Беҙҙең “Сатҡылар” театрында бик күп талантлы йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Уларға һәм шулай уҡ беҙҙе төрлө ауылдар буйлап ипле генә йөрөтөүсе водителебеҙ Илшат Сәлиховҡа рәхмәтлебеҙ, – тигән һүҙҙәрен еткерә театр режиссеры Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Низамова.

 

 

 

Дата публикации: 22.04.2021.
Просмотры: 338