(12+) “Аслыҡ” романының тарихи асылы”

   7 февралдә Иҫке Муса ауыл китапханаһында журналист, яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың 55 йәшлек юбилейы уңайынан “Аслыҡ” романының тарихи асылы” тип аталған китап уҡыусылар конференцияһы уҙҙы. Сараның маҡсаты – яҙыусының ижадын байҡау һәм уның ижадында төп урынды алып торған “Аслыҡ” романының тарихи асылын билдәләү.

    Конференцияға яҙыусының дуҫтары – шағир, драматург, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров менән “Йәшлек” гәзитенең спорт хәбәрсеһе, яҙыусының китаптарын сығарышыуҙа ярҙам күрһәткән Нур Ҡәҙербаев, шулай уҡ ветеран-журналист, район гәзитенең элекке редакторы Миҙхәт Рәжәпов, “Даирә”, “Үзән” гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.

    Ауыл хакимиәте башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова, Рәлис Ришат улының тормош юлына байҡау яһап, уның егәрле журналист булыу менән бер рәттән ҡатыны Нурия Вәсим ҡыҙы менән аяғында ныҡлы баҫып торған биш бала үҫтереүен дә әйтеп үтте, уға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Өфө ҡунаҡтарының сығышы ла сараға мәртәбә өҫтәне. Дуҫтары уларҙы Рәлис ағай менән ниндәй дуҫлыҡ ептәре бәйләүе хаҡында, уның журналист булараҡ Чечен Республикаһына командировкаға барыуын иҫкә төшөрһә, Миҙхәт Ғәндәлиф улы журналисҡа Шәһит Хоҙайбирҙин исемен биреүҙә үҙенең дә ҡатнашлығы булыуын әйтте.

    Нур Ғәҙербаев “Йәшлек” гәзитенең Рәхмәт хатын тапшырҙы, “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзите хеҙмәткәрҙәре исеменән дә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Салауат Әбүзәров китап уҡыусылар күптән һораған ”Кисенбикә юлы” китабын ауыл китапханаһына бүләк итте. Сарала яҙыусының класташы Әлфинә Мостаева, уҡытыусыһы Илдар Йәүҙәт улы Мөхәмәтйәров, “Даирә” гәзите мөхәррире Эльнара Шаймарҙанова  һәм ауылдаштары сығыш яһаны. “Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы”ның баш китапханасыһы Алһыу Насирова Рәлис Ураҙғоловҡа тәбрикләү сәләмен тапшырҙы. Сағыу концерт номерҙары сараға йәм өҫтәне.

    Рәлис Ришат улы әйтеүенсә, халыҡ араһында яҙыусыны бер төп әҫәре аша таныйҙар. Был әҫәр уның йөҙөн билдәләй һәм уны китап уҡыусылар араһында таныта. Ә Рәлис Ураҙғолов беҙҙең күҙ алдында “Аслыҡ”романы аша һынлана. Конференцияла уның дөйөм ижады – журналист яҙмалары, хикәйә-повестары һәм, әлбиттә, атап үтелгән романы хаҡында һүҙ барҙы. Сарала сығыш яһарға ҡыймаһалар ҙа, китап уҡыусылар араһында романды илай-илай уҡыған кешеләрҙең күп булыуын беләбеҙ. Осрашыуҙа прозаик романдың тарихи асылына ҡағылышлы уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап бирҙе, романдың нисек, ниндәй ерлектән алып яҙылыуы тураһында һөйләне, художестволы әҫәр яҙыу, уны китап итеп сығарыу үҙенсәлектәре, әлеге мәлдә ниндәй ижади әҫәр өҫтөндә эшләүе хаҡында бәйән итте.

   Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ “Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ” тигән китап-иллюстрация күргәҙмәһе менән ҙур фотоальбомды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

   Сара барыһына ла бик оҡшаны, һәр кемдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Дата публикации: 11.02.2020.
Просмотры: 397