18+

“Ҡатын-ҡыҙ күркәмлеге – милли биҙәүес”

25 июндә Иҫке Муса ауыл китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың  милли биҙәүесе – һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Бының өсөн Өфөнән республикала үҙенең ҡул эштәре менән билдәле Гүзәл Кәримова – Багаева саҡырылды. Ул “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” исемле фестивалдең Ҡазанда үткән һайлап алыу турында финалға сыға һәм  уҙған йыл Францияның Страсбург ҡалаһында үткән Беренсе халыҡ-ара форум-күргәҙмәлә ҡатнаша.

Төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнеп, мең ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары йөрөткән традицион биҙәүесте ерле халыҡ һаҡал тип атағанын белдек. Элек ул шау тәңкәләрҙән торған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ әлегә биҙәүестең күпселек өлөшөн тәңкәләр менән түгел, мәрйендәр менән биҙәргә килештек. Оҫталыҡ дәресе биш сәғәткә яҡын барһа ла, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла  оҡшаны. Биҙәүес эше кешенән түҙемлек талап итә, сөнки ваҡ мәрйендәрҙе энәгә йыйырға кәрәк. Әммә, күҙ нурҙарын түгеп,  ысын күңелдән эшләгән биҙәүесебеҙ үҙебеҙгә генә күңел йыуанысы биреп ҡалмай, киләһе быуындарға ла бер йәдкәр булыр тигән ышаныстабыҙ.

 

Дата публикации: 28.06.2019.
Просмотры: 592