“Әсәм теле миңә сәсән теле”

Кешенең  тормошо  тел  менән  бәйле.  Башҡорт  теле – ата-бабаларыбыҙҙың  иң  ғәзиз  бүләге,  халҡыбыҙҙың  тәрән  аҡылын,  фәһемле  тарихын,  йолаларын  бергә  туплап,  беҙҙең  көндәргә  тиклем  алып  килгән. Башҡорт  теле – халҡыбыҙҙың  мәңге  тере  тарихы.  “Теле  барҙың  иле  бар,  иле  барҙың  даны  бар”, – тигән  сәсәндәр.  Бөтә  донъя  башҡорттары  Ҡоролтайы  башҡарма  комитеты 14  декабрҙе  Башҡорт  теле  көнө,  тип  иғлан  итте.  Күсмә автоклуб янында ойошторолған “Әсәм  теле  миңә  сәсән  теле”  тигән  сарабыҙ  ҙа Башҡорт теле көнөнә һәм  билдәле  башҡорт  мәғрифәтсеһе,  шағир  Мифтахетдин  Аҡмулланың  тыуыуына 190 йыллыҡ юбилейына арналды.

Был сарала М.Аҡмулланың һәм башҡа билдәле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын уҡыныҡ. 

 

Моң  шишмәһе  һандуғастай  йырсы ла һин,

Һығылма  бил  тал  сыбыҡтай  нәфис  тә  һин,

Аллы-гөллө  гөл-сәскәләй  наҙлы  ла  һин,

Эй,  илһамлы,  эй,  хөрмәтле  башҡорт  теле!

 

Күгәреп  ятҡан  Уралдай  бай,  йомарт  һин,

Серле  ҡамыш  ҡурайыңдай  ҡарт,  олпат  һин,

Күпте  күргән  сәсәнеңдәй  йор,  зирәк  һин,

Эй,  һөйөклө,  әй,  ҡәҙерле  башҡорт  теле!         

 

Диңгеҙҙәргә  тиңләмәйем – тәрәнһең  һин,

Айға – көнгә  тиңләмәйем – гүзәлһең  һин.

Ҡаяларға  тиңләмәйем – бөйөкһөң  һин,

Эә,  хикмәтле,  мәрхәмәтле  башҡорт  теле !

 

Күп  быуаттар һин  йырланың   ҡурай  моңон,

Күп  быуаттар  һин  йырланың  яугир  юлын,

Инде  азат. Шат. Йырлайһың  еңеү  йырын,

Эй,  бәхетле,  эй,  ҡәҙерле  башҡорт  теле !       

 

 

Дата публикации: 15.12.2021.
Просмотры: 275