Ямғырҡайым, яу, яу!

Көндәр бигерәк эҫе тора. Йәй буйы йүнле ямғыр яуманы. Изге ниәт менән Мәҙәниәт йорто алдына балалар менән ямғыр теләргә йыйылдыҡ. Ямғыр теләү йолаһы – халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларының береһе. Кешеләр тәбиғәттең, һәр тәбиғәт күренешенең эйәһе һәм көсө булыуына ышанған бит. Балалар бер-береһенә һыу һибештеләр, теләктәр теләнеләр.
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Яу силәктән,
Яу иләктән! Яу! Яу!
Дата публикации: 24.08.2021.
Просмотры: 7