“Рәхәтләнеп ял иттек”

Район мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистары “Яҙҙар килә моңдар менән” тип аталған концерт программаһы менән йыраҡ урынлашҡан, бәләкәй ауылдарҙа сығыш яһауын дауам итә. Ошо көндәрҙә концерт бригадаһы Алайғыр, Мөкәй ауылдары халҡын үҙҙәренең йырлы-моңло тамашаһы менән ҡыуандырҙы. Фәрит Яҡшығолов, Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Салауат Әйүпов, Ольга Исхакова, Айгөл Буранбаева, Эльвина Солтангилдина, Денис Исхаҡов, Дамир Ишембаев, “Йәш күңелдәр” ансамбле солистары – Тәлғәт Байгилдин, Раил Ғилманов һәм Әнүәр Садыҡов (етәксеһе – Фәрит Яҡшығолов) үҙҙәренең моңло тауыштары менән тамашасы күңелен яуланы. Район мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театры артистары – Рафаэль Диваев, Фәйрүзә Ҡотлобаева, Мәҙинә Усманова (режиссеры – Флүрә Низамова) төрлө спектаклдәрҙән ҡыҙыҡлы өҙөктәр күрһәтте. Ауыл халҡы һәр сығышты дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалды. Ошондай күркәм тамаша менән кәйефтәрен асҡандары, донъяларын йәмләгәндәре һәм күңелдәренә дәрт өҫтәгәндәре  өсөн улар үҙҙәренең изге һүҙҙәрен, теләктәрен, рәхмәттәрен әйтте. 

– Мөкәй ауылының халҡы исеменән Район мәҙәниәт һарайы артистарына ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Улар “Яҙҙар килә моңдар менән” тигән театрлаштырылған концерт программаһы тәҡдим иттеләр. Ауыл халҡы менән бергә уларҙың моңло йырҙарын тыңлап, спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарап, рәхәтләнеп ял иттек. Һеҙгә тормошоғоҙҙа, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт! – ти Мөкәй ауыл клубы мөдире Зилә Фәнил ҡыҙы Рәхимова. 

Дата публикации: 22.04.2021.
Просмотры: 43