“Яңынан-яңы үрҙәргә етһен!”

24 февралдә Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, ижад емештәре менән шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелен яулаған ауылдашыбыҙ, уҡытыусы, бик күп йырҙар, “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”, “Әсәйем һабаҡтары”, “Ихлас күңелдән”, “Йәйғор сатыр”, “Бәхет бар ул!” китаптары авторы, шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Бәхетле булһын һәр кем!” исемле юбилей кисәһе үтте. Сарала Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев, Өфө ҡалаһынан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар: Әхмәр Үтәбай, Тамара Юлдашева, Рәзилә Ырыҫҡужина, Гөлнур Ҡыуатова, “Даирә” район гәзитенең хәбәрсеһе Фирүзә Рәхмәтуллина, юбилярҙың коллегалары, уҡыусылары, туғандары ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе. Уларҙың һәр сығышын Ф.Абдуллинаның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, автор-башҡарыусы Айрат Хөснуллиндың моңло тауыштары биҙәне. Тағы ла ауылдашыбыҙ Фәнис Көҫәпҡолов ижад иткән “Тыуған йорт ҡапҡаһы” йырын башҡарған Раил Ғилманов, Флүра Үҙәнбаева ижад иткән “Бесәнсе таҡмаҡтары”н йырлаған “Бөрлөгән” фольклор ансамбле сараға йәм өҫтәнеләр. Байрам барышында Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы бик күп йөрәккә үтеп ингән, халыҡсан шиғырҙарын тамашасыларға ла еткерҙе. Фойела уның ҡул эштәре, шиғырҙары баҫтырылған гәзит-журналдар менән күргәҙмә ойошторолдо. Кисә рухи яҡтан бай, матур, күңелле үтте. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының ижади ҡомары артабан да шиғыр һөйләүселәрҙе шатландырып яңынан-яңы үрҙәргә етһен!

Дата публикации: 26.02.2021.
Просмотры: 57