Афарин, Азалия!

Иҫке Бәпес ауылы моделле китапханаһында күп йылдар инде китапханасы Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы етәкселегендә “Кәрәҙ” түңәрәге эшләп килә. Балалар был түңәрәктә шиғыр яҙыу, формалаштырыу, рифма серҙәренә өйрәнәләр. Шулай уҡ хикәйәләр, әкиәттәр , һүрәт төшөрөү конкурстары ойошторола. Китапхана моделле исеме алғас, балалар өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Уларҙың шиғырҙарынан төҫлө принтерҙа һүрәттәр менән, үҙҙәренең фотоларын ҡуйып китапсыҡтар эшләйбеҙ. Улар тағы ла күберәк шиғыр яҙғылары килә, ярыш көсәйеп китә. Төрлө районда, республика күләмендәге конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Шиғырҙарыбыҙ “Даирә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәшлек” гәзит-журналдарында донъя күрҙе. Түңәрәктә икенсе генә йыл шөғөлләнеп, ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән Азалия Исхаҡова Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина тыуыуының 70 йыллығына арналған республика шиғыр бәйгеһендә икенсе урын алыуы ҡыуаныслы булды. Афарин Азалия!

Дата публикации: 3.12.2020.
Просмотры: 79